Сара Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылына һәм авторҙың 80 йәшлек юбилейына арнала. Дамир Ишемғолов Хәйбулла районы Кесе Әбеш ауылында 1943 йылдың 1 февралендә тыуған.
Рәссамдың әҫәрҙәре М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), Туймазы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында (БР), РФ Мәҙәниәт министрлығында (Мәскәү), Силәбе дәүләт һынлы сәнғәт музейында, Новосибирск дәүләт художество музейында, Йошкар-Олалағы һынлы сәнғәт музейында, Екатеринбургтың «Эстер» галереяһында, шулай уҡ Австрия, Германия, США, Финляндия, Франция илдәрендә һаҡлана.
«Бушап ҡалған ауыл», «Бесән өҫтө», «Юғалған кәзәне эҙләү», «Йәйге аш-һыу бүлмәһе»... Дамир Нуретдин улының хеҙмәттәре күбеһенсә башҡорт ауылының көнкүрешенә арналған.
Күргәҙмәне асыу тантанаһы 17.00 сәғәттә башлана. Инеү бушлай.
Музейҙың адресы: Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 27, икенсе ҡат.
Фото: yandex.