Унда Екатеринбург ҡалаһынан «Беҙ бергә» мәҙәни проекттар һәм башланғыстар үҙәге директоры Светлана Ҡалмырҙинаның «ББ: Бажов һәм башҡорттар» проекты буйынса эшләнгән "Алтынсәс" картинаһын да күрергә мөмкин буласаҡ. Проект Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
"Светлана Ҡалмырҙина менән танышыу миндә Бажовтың "Алтынсәс" әкиәте буйынса картина эшләү теләге тыуҙырҙы. Яҙыусының әкиәттәрен бала саҡтан яратам. VII синыфта уҡығанда китабын бүләк иткәйнеләр. "Алтынсәс" картинаһында башҡорт һәм урыҫ мәҙәниәте сағылыш таба. Ул Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә, Ар-Деко музейында күрһәтелде, хәҙер Өфөлә күргәҙмәгә ҡуйыла", - ти Эльвира Әсәҙуллина.
Рәхим итегеҙ, асыу тантанаһы 1 июндә Өфө ҡалаһы, Революция урамы, 34 адресы буйынса үтәсәк. (6+)
Фотола: Эльвира Әсәҙуллина һәм Светлана Ҡалмырҙина "Алтынсәс" картинаһы янында.