Унда совет осоро уйынсыҡтары - 1940 - 1980 йылдарҙа етештерелгән 100-ҙән ашыу экспонат ҡуйылған. 1980 йылғы олимпия уйындары символы Айыуҙы ла күрергә була. Ҡурсаҡтар, машиналар, зиһенде үҫтереүсе уйындар... Мәскәү мәғрифәт музейы директоры Вадим Вольфсон килтергән экспонаттар ҙа ҡыҙыҡлы: батша балаларының уйынсыҡтары, паровоз, ҡурғаш һалдаттар, 1983 йылда "Чебурашка мәктәпкә бара" тигән фильмда төшкән Чебурашка...
Был күргәҙмә бер ай буйы эшләйәсәк. Музей хеҙмәткәрҙәре уны тағы ла тулыландырырға уйлай. Өйөгөҙҙә тарихи уйынсыҡтар булһа,алып барығыҙ, Милли музейҙа тарихи экспонатты ҡуш ҡуллап ҡабул итәсәктәр.