Ул башҡорт халҡының милли геройы, рухи лидеры, хәрби етәксе, Емельян Пугачевтың көрәшсеһе, Кинйәбыҙ ауылына нигеҙ һалыусы Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл тулыуға арнала.
Күргәҙмәнең ниәте – тарихи сығанаҡтар һәм заманса сәнғәт әҫәрҙәре аша Кинйә Арыҫлановтың күп яҡлы шәхесен асыу. Ҡунаҡтар батырҙың шәжәрәһе менән таныша ала. Ул саҡтағы тирмәләрҙең традицион биҙәлешен, хөкүмәт ғәскәрҙәренең ҡоралланыуын һәм Пугачев хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ҡоралын күрергә була. Уникаль экспонаттар араһында шулай уҡ хаттар, манифестар, Арыҫлановтар нәҫеленең күренекле вариҫтары тураһында материалдар бар.
Күргәҙмә 1 ноябргә тиклем эшләй. (0+)