0 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Күргәҙмәләр
12 Ноябрь 2023, 11:13

"Рәсәй менән мәңгегә"

Башҡортостан Республикаһы Милли әҙәбиәт музейы филиалы – Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында “Музейҙар төнө” Бөтә Рәсәй акцияһында скульптор Мәүлитбай Хәлиловтың “Рәсәй менән мәңгегә” атамалы шәхси күргәҙмәһен асыу тантанаһы уҙҙы.

"Рәсәй менән мәңгегә"
"Рәсәй менән мәңгегә"

Хәлилов Мәүлитбай Рамаҙан улы — СССР һәм Рәсәй скульпторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы. Ул 1952 йылдың 2 декабрендә Ишембай ҡалаһында тыуған. Әйткәндәй, заманында иң престижлы уҡыу йортона уҡырға инә, әммә оҡшатмай әрме сафына китә һәм 1981 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер — Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) художество-графика факультетын тамамлай.

Күргәҙмәлә рәссамдың фекерҙәштәре – Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй рәссамдар союзы ағзаһы Фәйзрахман Абдрахман улы Исмәғилев, Кинематографистар союзы рәйесе, Шәйехзада Бабич һәм Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы Бураҡаева, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Фәтих улы Ғәбитов, ғаиләһе, туғандары, дуҫтары, Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре, курсташтары, уҡыусылары, сәнғәт донъяһын яратыусылар ҡатнашты. Скульптор һәр кем менән ихлас аралашты, һорауҙарына яуап бирҙе.

Фәйзрахман Исмәғилев әйтеүенсә, Мәүлитбай Хәлиловтың эштәре мәҙәниәт, сәнғәт һәм халыҡ тарихы үҫешендә ҙур әһәмиәткә эйә. Ул – башҡорт рәссамдарының аҡһаҡалы. Риф Ғәбитов та үҙ хәтирәләре менән бүлеште. Зөһрә Бураҡаева тарихи шәхестәребеҙҙе мәңгеләштергән скульпторға рәхмәт белдерҙе. Ысынлап та, ҡалала һәм Башҡортостандан ситтә лә уның эштәре бихисап.

Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт–музейының ғилми хеҙмәткәре, республика конкурстары лауреаты һәм Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге гимназияла уҡыған ваҡытта Мәүлитбай Хәлиловтың уҡыусыһы булған Роза Дияс ҡыҙы Хөснуллина уҡытыусыһы тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты һәм башҡорт халыҡ йыры “Һандуғас”ты башҡарҙы.

19 ноябргә тиклем күргәҙмәне барып күреү мөмкинлеге бар. Унда һеҙ “Төрки донъяһы”, “Тормош башы”, “Көрәшселәр”, “Урал батыр”, “Генерал Миңлеғәле Шайморатов”, “Бейеүсе Риф Ғәбитов”, “Халыҡ артисы Бәҙәр Йосопова”, “Һәҙиә Дәүләтшина”, “Шәйехзада Бабич”, “Мөхтәр Сәғитов”, “Юрматы ере” скульптуралары, бюстары һәм композицияларын күрерһегеҙ. Рәхим итегеҙ!

Римма БАЙМЫРҘИНА.

Өфө ҡалаһы.

"Рәсәй менән мәңгегә"
"Рәсәй менән мәңгегә"
"Рәсәй менән мәңгегә"
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: