+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Күргәҙмәләр
1 Декабрь 2023, 18:30

Туҡылған шәлдәр күргәҙмәһе үтә

2 декабрҙә сәғәт сәғәт 12-лә Өфөләге М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында "Башҡорт туҡылған шәле" тигән күргәҙмә асыла. 

Туҡылған шәлдәр күргәҙмәһе үтә
Туҡылған шәлдәр күргәҙмәһе үтә

Унда Рәсәй Президенты грантына тормошҡа ашырылған "Башҡорт туҡылған шәлен эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре" проектында башҡарылған ҡул эштәре ҡуйылған. Был сара киң танылған рәссамыбыҙ Әхмәт Лотфуллиндың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған күргәҙмә сиктәрендә үтә.

Өс ай буйы барған оҫталыҡ дәрестәрендә Өфө ҡалаһынан, Әбйәлил, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Туймазы, Шишмә, Өфө райондарынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән һәм Санкт-Петербург ҡалаһынан ҡатнашҡандар. Улар араһында балалар, студенттар булыуы айырыуса ҡыуаныслы. 

Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 27 адресы буйынса күргәҙмәгә рәхим итегеҙ.

Фото: vk.com.

"Башҡорт туҡылған шәлен эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре" төркөмө - https://vk.com/public.

Туҡылған шәлдәр күргәҙмәһе үтә
Туҡылған шәлдәр күргәҙмәһе үтә
Туҡылған шәлдәр күргәҙмәһе үтә
Туҡылған шәлдәр күргәҙмәһе үтә
Туҡылған шәлдәр күргәҙмәһе үтә
Туҡылған шәлдәр күргәҙмәһе үтә
Туҡылған шәлдәр күргәҙмәһе үтә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: