+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Күргәҙмәләр
20 Декабрь 2023, 11:05

Фатима Мостафинаға арналған фотокүргәҙмәлә көтәбеҙ!

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Мәғариф үҫеше тарихы музейында ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе мәғариф министры Фатима Мостафинаның тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған фотокүргәҙмә асылды.

Фатима Мостафинаға арналған фотокүргәҙмәгә көтәбеҙ!
Фатима Мостафинаға арналған фотокүргәҙмәгә көтәбеҙ!

Тантанала Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге 2-се башҡорт лицейының VIII синыф уҡыусылары ҡатнашты. Экскурсия барышында балалар Фатима Хәмит ҡыҙы эшләгән осорҙа (1955 – 1971 йылдар) республикабыҙҙың мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары менән танышты. Ә күргәҙмәлә ул яҙған китаптар, партия һәм ғаилә архивынан фотоһүрәттәр тәҡдим ителә. Музейға килегеҙ!

 

Римма БАЙМЫРҘИНА,

үҙәктең директор урынбаҫары.

Өфө ҡалаһы.

 

Фатима Мостафинаға арналған фотокүргәҙмәгә көтәбеҙ!
Фатима Мостафинаға арналған фотокүргәҙмәгә көтәбеҙ!
Фатима Мостафинаға арналған фотокүргәҙмәгә көтәбеҙ!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: