“Ни өсөн тап “Ер моңо” һуң? Ерҙә миллион йылдар ятҡан балсыҡ ниндәйҙер мәлдә иреккә сыға. Матур һауытҡа әйләнеп, үҙенең йырын башлай. Хатта, балсыҡ был хаҡта хыяллана, тип әйтергә була. Моң һауыт форма алған мәлдә ишетелә. Һауытты яһағанда мин көйҙө күрергә һәм ишетергә тырышам”, – ти оҫта.
Артур Әхәт улы Әлимғужин – рәссам һәм дизайнер. ⠀Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған. Эштәре Рәсәй, Бөйөк Британия, Германия, Һиндостан, Австралияның шәхси коллекцияларында һаҡлана.
“Ер моңо” күргәҙмәһенә килегеҙ, дуҫтар. Оҫталыҡ дәрестәрендә лә ҡатнашырға була.
Римма Баймырҙина.
Өфө ҡалаһы.