+9 °С
Облачно
VKOKМакс
Күргәҙмәләр
12 Апреля 2024, 10:00

Беҙҙә күргәҙмә асылды

Гимназиябыҙҙа йыһанға арналған сағыу күргәҙмә асылды. Уны һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Гөлсәсәк Наил ҡыҙы Ғайсина ойошторҙо.

Добавить в предпочтительные источники Google
Беҙҙә күргәҙмә асылдыБеҙҙә күргәҙмә асылды
Беҙҙә күргәҙмә асылды

Күргәҙмәлә башланғыс синыфтарҙа уҡыған ҡыҙ һәм малайҙарҙың һүрәттәре ҡуйылған. Эштәрҙе күреп, иптәштәремдең оҫталығына, бай фантазияһына хайран ҡалдым. Улар йыһанды са­ғыу, серле итеп күрһәткән.

Миңә барлыҡ эштәр оҡшаны, һәр тәнәфестә уларҙы ҡарап, һоҡланып йөрөнөм. Бигерәк тә II «Б» синыфынан Алтынай Хәлилованың рәсеме күңелгә ятты, ундағы баҫҡыс буйлап йыһанға менгем килде.

Фаягөл ЙОСОПОВА, III «Б» синыфы уҡыусыһы.
Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Беҙҙә күргәҙмә асылды
Беҙҙә күргәҙмә асылды
Автор:Нурзиә Хәсәнова
Читайте нас