+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Күргәҙмәләр
26 Май , 16:01

Күргәҙмәләр тарих һөйләй

Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхана "Китап байрамы"нда үҙенсәлекле күргәҙмәләр тәҡдим итә. 

"Өфө ҡалаһының 450 йыллығына арналған "Быуаттар аша" күргәҙмәһе Өфөнөң тарихын, мәҙәниәтен, ижтимағи тормошон сағылдырған китаптарҙан тора. XIX быуатта нәшер ителгән экспонаттар ҙа бар. Мәҫәлән, Н. А. Гурвичтың Өфөнөң 300 йыллығына арналған китабы ҡала тарихына арналған бик ҡиммәтле хеҙмәт булып тора," - ти китапхананың ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлегенән Зәкиә Мырҙағолова.

"Мостай Кәрим донъяһы" тигән тематик күргәҙмә ла ҡыҙыҡлы. Унда халыҡ шағирының доньяның 20 теленә тәржемә ителгән әҫәрҙәрен, латин графикаһында баҫылған "Отряд ҡуҙғалды" тигән тәүге китабын дә күрергә мөмкин. 

Әйткәндәй, Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала барлығы 3,3 миллион баҫма һаҡлана. Улар араһында 1512 йылда сыҡҡандары ла бар.

"Китап байрамы"нда китапхана майҙансығында балалар өсөн оҫталыҡ дәресе лә ойошторолдо. "Полиматум" белем биреү үҙәге педагогтары таҫмаларҙан китап араһына һалыу өсөн ҡулайламалар эшләргә өйрәтте.

Күргәҙмәләр тарих һөйләй
Күргәҙмәләр тарих һөйләй
Күргәҙмәләр тарих һөйләй
Күргәҙмәләр тарих һөйләй
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: