Ул Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға бағышланды.
7 – 17 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашҡан бәйгегә алтмышҡа яҡын эш килгән. Идея авторы Зилә Лира билдәләүенсә, уларҙың күбеһе маҡтауға лайыҡ.
– Айырыуса Әбйәлил, Саҡмағош һәм Учалы райондарынан ебәрелгән картиналар күҙҙең яуын ала. Уҡыусыларҙың ныҡ тырышып, еренә еткереп эшләгәндәре күренеп тора. Ғөмүмән, эштәр ҡыҙыҡлы, бер-береһен ҡабатламай. Уларҙы ике номинация буйынса ҡабул иттек: кейеҙҙе һыулап баҫыу һәм ҡоро килеш энә ярҙамында һүрәт эшләү, – ти Зилә Мазһар ҡыҙы. – Күңелде ҡырғаны: борондан килгән һыулап баҫыу ысулын ҡулланыусылар һирәк. Эйе, ул кейеҙ менән ҡоро килеш эш итеүгә ҡарағанда күпкә ауыр. Әммә был шөғөлдө оноторға хаҡыбыҙ юҡ!
Финалға телгә алынған райондарҙан, Өфө, Дәүләкән һәм Сибай ҡалаларынан 14 бала сыҡты. Баш ҡалабыҙҙың Дим районында йәшәүсе Жанель Ҡоҙашева Гран-приға лайыҡ булды. Һәр еңеүсе яҡшы бүләктәр алып ҡыуанды. III урын яулаған Учалы ҡыҙҙары Йәзилә Үҙәнбаева һәм Варвара Рябцева менән танышырға форсат сыҡты. Улар призлы урын алғандарына бик шат.
– Ҡыҙҙар Уральск ҡасабаһындағы «Ирәмәл» балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнә. Унда һәр төрлө ҡул эштәренә өйрәтәләр, – ти Йәзиләнең әсәһе Гүзәлиә Сәйәр ҡыҙы. – Түңәрәк етәксеһе Динә Мөхәмәт ҡыҙы Мөхәмәтова конкурста ҡатнашырға тәҡдим иткәс, шатланып риза булдыҡ. Кейеҙгә буласаҡ һүрәтте Аида Әнүәр ҡыҙы Кинйәбаева ярҙамында төшөрҙөләр. Ҡыҙҙар эштәрен ике төрлө ысул менән башҡарҙы.
Йәзилә менән Варвара быйыл өсөнсө синыфҡа уҡырға бара. Динә Мөхәмәт ҡыҙынан иһә улар, кейеҙ баҫыуҙан тыш, сәйлән теҙеү, бәйләү кеүек шөғөлдәрҙе лә үҙләштерә. Ошондай ҡыҙҙар булғанда, халҡыбыҙ кәсептәре йәшәйәсәк әле!