+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Күргәҙмәләр
16 Октябрь , 07:40

Мостай Кәримдең автографлы китаптары – күргәҙмәлә

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы республикала төрлө саралар ойошторола. 

Мостай Кәримдең автографлы китаптары – күргәҙмәлә
Мостай Кәримдең автографлы китаптары – күргәҙмәлә

Бөгөн Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында "Мостай Кәримдең автографлы китаптары" тип аталған үҙенсәлекле күргәҙмә асыла.

Унда шағирҙың Рәшит Шәкүр, Әхиәр Хәкимов, Рафаэль Сафин, Ҡәҙим Аралбай, Сабир Шәрипов, Тамара Искәндәриә, Хисмәт Юлдашев, Гөлназ Ҡотоева, Рәйлә Күсемханова һәм башҡалар тапшырған китаптарын күрергә мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ Мостай Кәримдең ҡулъяҙмалары, хаттары, фотоһүрәттәрәре лә ҡуйыла.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында яҙыусылар, ҡасандыр әҙиптән автограф алыу бәхете тейгән китап уҡыусылар ҡатнашасаҡ.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: