Бөтә яңылыҡтар
Күргәҙмәләр
24 Ғинуар 2025, 10:04

"Түңәрәк өҫтәл"гә рәхим итегеҙ!

Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана һәм республиканың Яҙыусылар союзы менән берлектә Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаеваның тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған «Фатихамды бирәм һиңә» "түңәрәк өҫтәл"ен үткәрә.

"Түңәрәк өҫтәл"гә рәхим итегеҙ!
"Түңәрәк өҫтәл"гә рәхим итегеҙ!

Факиһа Туғыҙбаева 1950 йылдың 1 ғинуарында Башҡортостандың Бүздәк районы Бәләкәй Ҡаңны ауылында тыуған. «Башҡортостан пионеры» гәзите, «Пионер» журналы редакцияларында эшләй. 1991 йылдан 2010 йылға тиклем «Аҡбуҙат» журналының тәүге баш мөхәррире була. 25-ләп шиғри йыйынтыҡ, балалар өсөн 10-дан ашыу китап авторы. Уның әҫәрҙәре башҡорт, урыҫ, татар, төрөк телдәрендә нәшер ителде.

Күргәҙмә һәм "түңәрәк өҫтәл" был күренекле шәхестең ижадын тикшереү һәм артабан өйрәнеү өсөн бик яҡшы майҙансыҡ буласаҡ. Унда билдәле әҙәбиәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре – Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбай, Гөлфиә Юнысова, Марсель Сәлимов, Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе Әлфиә Кәримова, Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, яҙыусылар һәм шағирҙарҙан Фәрзәнә Аҡбулатова, Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, Миңлегөл Хисамова, әҙәбиәт белгестәренән Зәки Әлибаев, Фәнзил Саньяров, Флүр Сибәғәтов ҡатнаша.

Күргәҙмә лә эшләйәсәк. Экспозицияла әҙәби музей фондынан авторҙың документтары, фотоһүрәттәре, шәхси әйберҙәре һәм китаптары тәҡдим ителәсәк. Ә милли китапханала Факиһа Туғыҙбаеваның китаптар күргәҙмәһе асыла.

6+

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас