Ойоштороусы булып "Шатлыҡ бүләк ит" үҙәге сығыш яһай. Күргәҙмә ауыр тормош хәлендә ҡалған, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм булған балалар өсөн тәғәйенләнгән.
Проектты тормошҡа ашырыу тураһында һорау Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа Октябрьский ҡалаһында була. Осрашыу барышында үҙәккә нигеҙ һалыусы Карина Ҡадирова тәҡдим итә идеяны. 10 йыл буйына ирекмән булып йөрөгән Карина үҙенең уйы менән бүлешә һәм ярҙам һорай.
Күргәҙмәне асыу тантанаһы Өфөнөң «Бергә» ғаилә үҙәгендә үтте. Йыл буйына ул республиканың социаль приюттары һәм үҙәктәре буйлап йөрөйәсәк, балаларға сәнғәт донъяһына ҡағылырға һәм уларҙы ижадҡа илһамландырырға мөмкинлек бирәсәк.