Күптән түгел Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең арт-залында «Урал эпостары» тигән графика һәм һынлы сәнғәт йүнәлешендә ижад иткән билдәле башҡорт рәссамы, күп наградалар эйәһе Илдар Ғәниевтең күргәҙмәһе асылды һәм «Урал батыр» эпосы китабының исем туйы уҙҙы.
Бында эпостарыбыҙҙы беҙ һүрәттәр аша күрә алабыҙ. Күргәҙмәне асыу тантанаһында зыялы шәхестәребеҙ ҡатнашты. Рәссамды һәм килгән ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Әсхәт улы Ғәзизов, мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ришат улы Ғайсин тәбрикләне.
Рәссам иһә үҙенең ижады буйынса былай ти:
– Пандемия мәлендә бик күп китаптар уҡыным. Шулай уҡ башҡорт халыҡ ижады менән таныштым. Уларҙы бер тынала уҡып сыҡтым һәм үҙенән-үҙе ижад тыуҙы.
Илдар Ғәниев 1986 йылда Күмертау ҡалаһында тыуған. Каникулдарын гел атаһының тыуған районы Ейәнсуралағы Ҡужабаҡ ауылында үткәрә. Ул яҡтың үҙенсәлекле тәбиғәтен сәғәттәр буйы һоҡланып күҙәтергә ярата. Атаһы Әшрәф ағай, һөнәре буйынса нефтсе булһа ла, ағас эшенә оҫта кеше. Улына ижадҡа һөйөү унан күскән.
– Бәләкәйҙән һүрәт төшөрөргә яратты. Балалар баҡсаһынан алып ҡайтып булмай торғайны. Башлаған һүрәтен төшөрөп бөтмәйенсә урынынан да ҡуҙғалмай ине. Тәрбиәсе лә, мин дә көтөп ултыра торғайныҡ,– ти рәссамдың әсәһе Нәйлә Ғәҙелгәрәй ҡыҙы.
Беренсе синыфта сағында сәнғәт мәктәбе эргәһенән үтеп барышлай уны ҡарап сығырға булалар. Бында уҡырға ла теләй ул. Урын юҡ, тип яуап бирәләр. Сығырға торғанда Наталья Тимофеевна Әминева осрай, нәҡ уның синыфында бер урын табыла. Ҡайҙа ғына йөрөтмәй үҙен уҡытыусыһы: Илдар төрлө конкурстарҙың еңеүсеһе лә була.
– Һәр уҡыусыһы менән етди шөғөлләнде, ваҡытын йәлләмәне, ҙур ижадҡа юл асты. Уның менән Мәскәүгә лә барҙыҡ, – ти рәссам.
Илдар Ғәниев артабан уҡыуын Өфө сәнғәт училищеһында Азамат Һиҙиәт улы Байрамғолов етәкселегендә дауам итә. Аҙаҡтан инде Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын да тамамлай. Бындағы остазынан да уңа ул. Үҙ эшенә мөкиббән киткән Камил Ғөбәй улы Ғөбәйҙуллин да бар күңел йылыһын, һөйөүен студенттарына өләшә.
Әлеге күргәҙмәлә тәҡдим ителгән эштәрҙең төп бурысы – йәш быуынды республиканың бай әҙәби мираҫы, тәү сиратта, башҡорт эпосының уникаль ҡомартҡылары менән таныштырыу. «Ҡуңыр буға», «Ҡуҙыйкурпәс менән Маянһылыу» серияһы графика менән һүрәтләнгән. Акрил буяуҙарҙан торған «Алпамыша» менән «Ҡуңыр буға» эпостары ла рәссам тарафынан һоҡланғыс итеп төшөрөлгән. Бында беҙ геройҙарҙың донъяһын һәм Башҡортостандың иҫ киткес тәбиғәтен күрәбеҙ. Һәр картинаһы янында яҙып эленгән эпостан өҙөк менән урыҫ һәм башҡорт телдәрендә танышырға була.
Илдар Ғәниев Рәсәй рәссамдар союзы һәм Көньяҡ Башҡортостан рәссамдары ассоциацияһы ағзаһы булып тора. Ул бик күп наградалар, шул иҫәптән икенсе асыҡ Бөтә Рәсәй графика биеннале-фестиваленең алтын миҙалын һәм Рәсәй рәссамдар союзы премияһын яулай. Шулай уҡ «Турахан» халыҡ-ара этнохудожество симпозиумының идея авторы һәм кураторы ла икән үҙе.