Бөтә яңылыҡтар
Күргәҙмәләр
9 Февраль 2025, 23:35

Йөҙҙән ашыу автомобилем бар, ти Инсаф

Төрлө автомобилдәр, самолёттар, танкылар, мотоциклдар... Улар шул тиклем күп, тик барыһы ла бәләкәй, моделизмдың айырым закондарына буйһоноп кәметелеп эшләнгән. Был кескәй транспорт моделдәрен бер урынға нимә йыйған, тиһегеҙме? Өфөлә тәүге тапҡыр моделселәр һәм коллекция йыйыусылар слёты уҙҙы.

Йөҙҙән ашыу автомобилем бар, ти Инсаф
Йөҙҙән ашыу автомобилем бар, ти Инсаф

Эйе, был “уйынсыҡтар” коллекционерҙар тарафынан яһалған, йыйылған йәки һатып алынып камиллаштырылған.

Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән ҡатнашыусыларҙы туплаған бындай саралар башҡа төбәктәрҙә йыш үтә. Яҡташ моделселәр йыл да Ҡазан һәм Яр Саллы ҡалаларында уҙғандарына барып ҡайта. Был юлы Өфөгә, йыраҡ тип тормай, төрлө өлкәләрҙән килгәндәр. Ҡайһы бер моделдәрҙе ҡарарға ғына яраһа, икенселәрен һатып алырға мөмкин ине. Ҡатнашыусылар араһында балалар һәм үҫмерҙәр ҙә бар. 14 йәшлек Инсаф Атанов менән танышабыҙ. Булгаков ауылындағы “Взлетай” мәктәбенең VIII “В” синыфында белем ала икән егет.

– Бындай машиналар менән ҡыҙыҡһына башлауыма өс йыл тирәһе инде. Беренсе һатып алған автомобилем КамАЗ булды. Шулай яйлап йыям, төҫтәрен үҙгәртәм, көҙгөләр эшләп йәбештерәм, кузовтарын яңынан яһайым, номерҙар ҡуям... Өйҙәге моделдәр һаны 100-ҙән ашып китте. Синыфташтарыма ла ҡыҙыҡ, килеп ҡарайҙар, һоҡланалар. Ҡайһы бер моделдәрҙе һатып алып ултыртып ҡына ҡуям, иң ҡыйбатлыһы 6 мең һум булды, – ти егет.

– Үҫмерҙәр беҙҙең моделселәр һәм коллекционерҙар клубына килһә, бик шатланабыҙ, уларға төрлө яҡлап ярҙам итергә әҙербеҙ, – тип һүҙгә ҡушыла үҙенә күптән инде моделдәр “ене ҡағылған”, бөгөн ошо осрашыуҙы ойоштороусыларҙың береһе булараҡ сығыш яһаған Айбулат Салауат улы Ишназаров. – Тәжрибәбеҙ менән бүлешәбеҙ, өйрәтәбеҙ. Ҡайһы китапта, сайтта моделләү буйынса файҙалы мәғлүмәт бар, уртаҡлашып торабыҙ. Инсафтың был ҡыҙыҡһыныуы юғалмаһын, тип теләйбеҙ.

Иғтибарҙы йәлеп иткән йәнә бер нисә модель елкәнле караптар ине. Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһынындағы техник ижад үҙәгендә шөғөлләнеүсе үҫмерҙәрҙең эштәре бигерәк хәтәр шул! Яндарынан кеше өҙөлмәне.

– Түңәрәкте 18-се йыл етәкләйем, – ти Сергей Валерьевич Звягин. – Балалар күп йөрөй, ҡайһы саҡта лабораторияға һыймай китәбеҙ хатта. Бәләкәй караптан башлайбыҙ, ул 300 сәғәткә иҫәпләнгән. Ә ҙурҙарына, үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ инде, күпме ваҡыт китә! Үҫмерҙәрҙең эштәрен төрлө күргәҙмәләргә йөрөтәм. Халыҡ-ара конкурстарҙа ла урындар яулағаныбыҙ бар.

Ысынлап та, бындай хобби теүәллек, бер урында оҙаҡ ултырып эшләй белеү, һалҡын ҡанлылыҡ кеүек һыҙаттар талап итә. Ҡарап тороуға ҡайһы бер деталдәр бармаҡҡа ла эләкмәй кеүек. Шуға моделдәр менән шөғөлләнеү өсөн үҙ ҡулайламалары ла кәрәк.

Айбулат Салауат улы билдәләүенсә, ҡатнашыусылар былай күп булыр, тип көтмәгәндәр. “Башҡортостан” лайфстайл үҙәгендә үткән слётҡа моделдәрҙе ҡарарға йәки һатып алырға килеүселәр ҙә байтаҡ ҡына булды. Ә моделселәр һәм коллекционерҙар өсөн ул, әлбиттә, танышыу, тәжрибә уртаҡлашыу, үҙ эштәрең менән маҡтанып алыу, элекке таныштарыңды күреү урынына әүерелде. Байрам аҙағында иһә төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнеп, улар дипломдар һәм иҫтәлекле приздар менән бүләкләнде.

Йөҙҙән ашыу автомобилем бар, ти Инсаф
Йөҙҙән ашыу автомобилем бар, ти Инсаф
Йөҙҙән ашыу автомобилем бар, ти Инсаф
Йөҙҙән ашыу автомобилем бар, ти Инсаф
Йөҙҙән ашыу автомобилем бар, ти Инсаф
Йөҙҙән ашыу автомобилем бар, ти Инсаф
Йөҙҙән ашыу автомобилем бар, ти Инсаф
Йөҙҙән ашыу автомобилем бар, ти Инсаф
Йөҙҙән ашыу автомобилем бар, ти Инсаф
Йөҙҙән ашыу автомобилем бар, ти Инсаф
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас