Бөтә яңылыҡтар
Күргәҙмәләр
12 Май 2025, 16:26

«Хәтер тере»

Яңыраҡ Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған «Хәтер тере» республика балалар һүрәте еңеүселәренең конкурсы-күргәҙмәһе асылды.

«Хәтер тере»
«Хәтер тере»

Башҡортостаныбыҙҙың төрлө райондарынан 720-нән ашыу йәш рәссам ҡатнашты, улар конкурс комиссияһына үҙҙәренең картиналарын тәҡдим итте.

Иң яҡшыларҙы баһалау һәм һайлау еңел булмай. Барлыҡ эштәр ҙә үҙенсә матур һәм үҙенсәлекле. Йәш рәссамдарҙың эштәре шул тиклем тулҡынландырғыс һәм сағыу килеп сыға, конкурс комиссияһының бер тауыштан ҡабул иткән ҡарары буйынса, театрҙың рәсми сайтында виртуаль күргәҙмә ойошторорға ҡарар итә. Уның өсөн жюри 100 иң яҡшы эште һайлап ала.

Йәсминә Ғариповаға – 7 йәш, ул Дәүләкән ҡалаһындағы һынлы сәнғәт түңәрәгенә йөрөй.

– Конкурста еңеүенә бик шат. Шул тиклем һүрәт төшөрөргә ярата. Әлеге конкурстан ҡыҙым бигерәк илһамланды, – ти әсәһе лә.

Төрлө категорияларҙа еңеүселәрҙең 18 эшен Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының күргәҙмә галереяһында ҡарарға мөмкин. Күргәҙмә тамашасылар өсөн сентябргә тиклем асыҡ була. Беҙ һеҙҙе йәш конкурсанттарыбыҙҙың эштәре менән танышырға саҡырабыҙ. Улар үҙҙәренең ижады менән илебеҙҙең бөйөк тарихына ниндәй тетрәнеү, һөйөү, рәхмәт һәм ихтирам менән ҡарауҙарын еткерә алды. (5+)

«Хәтер тере»
«Хәтер тере»
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас