Күргәҙмәгә килеүселәр иғтибарына 1880 йылдан алып беҙҙең көндәргә тиклемге осорҙо үҙ эсенә алған китаптар тәҡдим ителгән. Бынан тыш, Башҡортостандың билдәле ҡурайсылары Ишмулла Дилмөхәмәтов, Ғата Сөләймәнов, Йомабай Иҫәнбаев һәм башҡалар тураһында биографик материалдарҙан бай мәғлүмәт алырға мөмкин.
Ҡурайҙың төрҙәре менән таныштырыу – ул күргәҙмәнең айырым ғорурлығы. Унда традицион ҡамыш ҡурайҙан башлап тәжрибәле оҫталар эшләгән заманса ҡоралдар тупланған.
Күргәҙмәгә килгән һәр ҡунаҡ башҡарыусылар һәм педагогтар үткәргән оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, ҡурайҙа уйнау нигеҙҙәрен өйрәнә, оҡшаған китаптар менән шәхси китапханаһын яңы баҫмалар менән тулыландыра ала.
Күргәҙмә иртәгә, 1 июнь дә эшләйәсәк. Ҡурайға бәйле бәйле тарихтарҙы һәм легендаларҙы ишетергә теләһәгеҙ, сихри моң донъяһына рәхим итегеҙ!
Сығанаҡ һәм фото: Издательский дом "Республика Башкортостан"