Бөтә яңылыҡтар
Күргәҙмәләр
27 Июнь 2025, 22:49

Күргәҙмә эшләй

Өфөләге “Рәсәй – минең тарихым” тарихи паркында “Оноторға хаҡыбыҙ юҡ” күргәҙмәһе асылды. Ул Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған.

Күргәҙмә эшләй
Күргәҙмә эшләй

Экспозиция ун бүлектән тора: ”СССР-ға һөжүм”, “Бөтәһе лә фронт өсөн! Барыһы ла еңеү өсөн!”, “Ленинград блокадаһы”, “Партизандар хәрәкәте”, “Артҡа бер аҙым да артҡа ярамай”, “Нацизм”, “Дошманды СССР биләмәһенән ҡыуыу”, “Бөйөк Ватан һуғышы Геройҙары”, “Европаны азат итеү”, “Берлинды алыу. Еңеү!”. Ә “Көт мине, Ағиҙел...” күргәҙмәһе был экспозицияның логик дауамы булып тора.

Адрес: Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 158-се йорт. Күргәҙмә 24 авгусҡа тиклем эшләй. Инеү ирекле. Экскурсия ла ойошторола.

6+

Фото: dzen.ru.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас