Ул сентябрь аҙағына тиклем эшләй. Күргәҙмәлә фотоһүрәттәр, тарихи радиоалғыстар һәм тауыш яҙҙырыу ҡоролмалары, документтар ҡуйылған.
Әйткәндәй, күргәҙмәне асыу тантанаһында "Көмөш йылдар. Алтын ҡулдар" ҡул эштәре конкурсы еңеүселәрен дә бүләкләнеләр. Бәйгелә Йылайыр, Илеш, Шишмә, Учалы, Мәсетле, Нуриман, Балтас һәм Бөрйән райондарынан, шулай уҡ Сибай, Мәләүез һәм Яңауыл ҡалаларынан оҫталар ҡатнашҡан. Бер нисә эш күргәҙмәгә ҡуйылған.
"Юлдаш"тар конкурс та иғлан итте. Мини-студияла фотоға төшөргә һәм рәсемде үҙ битеңдә #юлдашмузейҙа #юлдашвмузее хэштегы менән урынлаштырырға кәрәк. Иң матур фотоһүрәт авторын "Өфө һөйләй" тапшырыуында 3 октябрҙә билдәләйҙәр һәм аҡыллы колонка тапшыралар.