Ул 9 октябрҙән 5 ноябргә тиклем эшләйәсәк. Экспонаттар араһында һирәк осрай торған китаптар, баҫылып сыҡҡан ноталар, ҡурайҙың үҫешен күрһәткән архив фотолары бар.
Күргәҙмәгә заманыбыҙҙың шәп ҡурайсылары - АЙ ЙОЛА төркөмөнән Ринат Рамазанов һәм мультиинструменталист, ZAINETDIN этнопроекты етәксеһе Заһир Зәйнетдинов та үҙҙәренең музыка ҡоралдарын тапшырған.
Халҡыбыҙҙың данлыҡлы ҡурайсыларының исемдәрен әйтеп үтәйек.
Ҡобағош сәсән
Байыҡ сәсән
Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев
Ғәбит Арғынбаев
Йомабай Иҫәнбаев
Ишмулла Дилмөхәмәтов
Ғата Сөләймәнов
Кәрим Дияров
Әҙеһәм Исҡужин
Ришат Рәхимов
Азат Айытҡолов
Роберт Юлдашев
Юлай Ғәйнетдинов һәм башҡалар.
Әйткәндәй, Йомабай Иҫәнбаев - ҡурайҙа профессиональ уйнау сәнғәтенә нигеҙ һалыусы, башҡорт милли музыка ҡоралын Франция, Германия, Швеция, Бельгия һәм Голландия сәхнәләрендә танытҡан тәүге музыканттарҙың береһе.
Ҡурай көнөн булдырыу тураһындағы указға Башҡортостан Башлығы 2024 йылдың 10 октябрендә ҡул ҡуйҙы. Шул көндө Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең тәүге концерты булғайны.
Фото: com.