Бөтә яңылыҡтар
Күргәҙмәләр
29 Октябрь 2025, 22:57

Һүрәттәрҙә - һуғыш шаңдауы

Өфөләге В.И.Лениндың йорт-музейында үҙенсәлекле күргәҙмә асылды.

Һүрәттәрҙә - һуғыш шаңдауы
Һүрәттәрҙә - һуғыш шаңдауы

"Хәтер шаңдауы" тип атала ул. Һүрәттәрҙең авторҙары - Айнур Тимерғәлиевтың ArtTimstudio  рәсем студияһында шөғөлләнеүсе уҡыусылар. Танылған рәссам, төрлө конкурстар лауераты, порттерттар оҫтаһы үҙенең эш тәжрибәһе, һүрәт төшөрөү серҙәре менән уртаҡлашыу өсөн 2019 йылда студия асҡан. Уҡыусылары менән онлайн форматта ла шөғөлләнә, уларҙы саҡырып оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.
Музейҙа йәш рәссамдарҙың бер нисә эше генә ҡуйылған. Айнур Тимерғәлиев йыл аҙағына тиклем ҙурыраҡ күргәҙмәләр ҙә ойошторорға ниәтләүҙәре тураһында белдерҙе. Музейға йәш рәссамдар үҙҙәре лә килгәйне. Һәр рәсемдә тәрән мәғәнә сағыла. Ябай ғына ҡәләм, буяуҙар менән балалар Бөйөк Ватан һуғышы осоронда йәшәгән кешеләрҙең кисерештәрен, кәйефен, һыҙланыуҙарын, үҙҙәренең дә уларҙы яҡшы аңлауҙарын, хис-тойғоларын сағылдыра алған. Ирекһеҙҙән шул ваҡиғалар күҙ алдына баҫа, һин дә шул һуғыш йылдарына барып әйләнгәндәй булаһың. Балаларҙың оҫталығына һоҡланмаҫлыҡ түгел. Уларҙың тарихты өйрәнеүе, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ваҡиғаларын йөрәктәре аша үткәреп, тәрән мәғәнәле рәсемдәр эшләүе, илебеҙ тарихын онотмауҙары ҡыуандыра.
"Ауыр көндәр" тигән һүрәтте Туймазынан 15 йәшлек Радмила Хисмәтуллина яһаған. Ҡыҙҙың был эше яңыраҡ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған "Грамдарға бүленгән тормош" тигән Бөтә Рәсәй балалар һүрәттәре конкурсында еңеү яулаған. Мәскәүҙә Федерация Советы ойошторған күргәҙмәгә лә ҡуйылған һәм Радмила Федерация Советының Рәхмәт хатына лайыҡ булған.
Өфөләге 23-cө мәктәптең V синыфынан Ратмир Тимерғәлиев иһә студияға яңыраҡ ҡына йөрөй башлаған. Күргәҙмәлә тәүге тапҡыр ҡатнашыуы. Ул һуғыш геройы - Дик ҡушаматлы этте төшөргән. Был шотланд овчаркаһы тәүҙә санитар, бәйләнеш хеҙмәттәрендә була, ә 1943 йылда мина эҙләү хеҙмәте буйынса өйрәтелеп, һуғыш тамамланғансы шул йүнәлештә эшләй, 12 мең дошман минаһын таба ала. Бик данлыҡлы эт. Ә Ратмир эшенең тәүге тапҡыр күргәҙмәгә ҡуйылыуына бик шат. Ул яҡшы уҡый, программалаштырыуҙы өйрәнә, рәсем студияһын да бик оҡшата.
Айнур Тимерғәлиев белдереүенсә, ҡулына ҡәләм йә кисточка алған бала ижадҡа тәрәнерәк ҡарарға өйрәнә, ҡыйыуыраҡ уйлай башлай, үҙ-үҙенә ышанысы арта. Йәш рәссамдарға киләсәктә лә кешеләрҙе уйландырырлыҡ йәкмәткеле ижад емештәре менән төрлө конкурстарҙа еңеүҙәрен теләйбеҙ.

 

 

Һүрәттәрҙә - һуғыш шаңдауы
Һүрәттәрҙә - һуғыш шаңдауы
Һүрәттәрҙә - һуғыш шаңдауы
Һүрәттәрҙә - һуғыш шаңдауы
Һүрәттәрҙә - һуғыш шаңдауы
Һүрәттәрҙә - һуғыш шаңдауы
Һүрәттәрҙә - һуғыш шаңдауы
Һүрәттәрҙә - һуғыш шаңдауы
Һүрәттәрҙә - һуғыш шаңдауы
Һүрәттәрҙә - һуғыш шаңдауы
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас