Музейҙар төрлө күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре тәҡдим итһә, бер нисә театрҙа ошо көнгә арнап спектаклдәр күрһәтелде, ҡайһы берҙәренең тамашалары онлайн рәүештә телевидение аша тапшырылды.
Төп музейыбыҙ - Милли музейҙа ла гөрләп үтте байрам. Халыҡ эркелеп килде. Бик яҡшы концерт әҙерләнгән, ә оҫталыҡ дәрестәренең иҫәбе-һаны юҡ - уларҙа балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә ҡыҙыҡһынып ҡатнашты. Төрлө экспозицияларҙы ҡарарға ла мөмкин ине.
Автор фотолары.