Балалар ата-әсәләре, өләсәй-олатайҙары һөйләүҙәре буйынса ғына белгән, тотош бер тарихты сағылдырған экспонаттарҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны. Совет осоронда кешеләрҙең тормошо һәм хеҙмәте, Аҡъяр совхозының үҫеше хаҡында бәйән иткән иҫке көнкүреш әйберҙәре, фотоһүрәттәр, документтар – барыһы ла ҡыҙыҡ ине уларға. Һорауҙар бирҙеләр, күргәндәрен хәҙерге заман һәм оло быуындан ишеткәндәре менән сағыштырҙылар.
Күргәҙмәләрҙе ойоштороусылар – Әсхәт Геннадьевич Семёнов һәм Рәйлә Сәлим ҡыҙы Юламанова айырыуса һоҡландыра. Уларҙың хеҙмәте тарихи хәтерҙе һаҡлауҙа һәм үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тәрбиәләүҙә баһалап бөткөһөҙ.
Экскурсия мауыҡтырғыс ял ғына түгел, йәш журналистарыбыҙ өсөн тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү дәресе лә булды.
Гөлназ ИБРАҺИМОВА.
Хәйбулла районы.