

Сара «Һомай» титулы эйәһе Азалина Сәйфуллина «Урал-батыр» эпосынан өҙөктө башҡорт һәм урыҫ телдәрендә уҡыуы, Башҡортостан халыҡ ҡоралдары милли оркестры солисы Арыҫлан Оморҙаҡов башҡарыуында ҡурай моңдары менән башланып китте.
2021 йылда Өфөлә ҙур, донъя кимәлендәге сараны – VI Бөтә донъя фольклориадаһы уҙғайны. Ул бай мираҫ ҡалдырҙы.
– Экспонаттар һаны 80-дән ашыу әйберҙе тәшкил итә. Иң мөһиме – Өфөгә килгән илдәрҙең тәңкәләренән эшләнгән башҡорт түшелдереге. Беҙ тарихтың яңы битен асабыҙ – III Балалар фольклориадаһы илебеҙҙең ашыу төбәгенән ҡатнашыусыларҙы йыя,– тине республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов.
В.Д. Поленов исемендәге Дәүләт Рәсәй халыҡ ижады йорто директоры, Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы ҡарамағындағы Материаль булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса Рәсәй комитеты рәйесе Тамара Пуртова: "Был матур музейҙа барығыҙҙы ла сәләмләүемә шатмын. Коллегаларға йылы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт, фестиваль бик юғары кимәлдә үтә. Бөтә донъя фольклориадаһы үткәрелгәндә, Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын уҙғарыу идеяһы барлыҡҡа килде һәм һайлау шунда уҡ Башҡортостанға төштө. Ә 5 йыл үткәс, беҙ Балалар фольклориадаһына килдек һәм күргәҙмәнең нәҡ Өфөлә асылыуы бик ҡыуаныслы. Донъя фольклориадаһында 37 ил ҡатнашҡайны, әле Рәсәйҙең 80 төбәгенән коллективтар килде. Был сараның мәғәнәһе – ошо традицияларҙың ҡиммәте һәм фольклорҙы һаҡлау," – тине.
Бай күргәҙмә 6 сентябргә тиклем эшләйәсәк. Ундағы ҡыҙыҡлы, иҫтәлекле экспонаттарҙы күреп ҡалығыҙ.