– Ура!!! Алһыу менән Элина ярыштан тағы еңеү менән ҡайтҡан!
Был хәбәр йәшен тиҙлегендә гимназияны урап сыҡты. Беҙ дуҫтарыбыҙҙы ҡотларға ашыҡтыҡ. Бокс буйынса Өфө ҡалаһы беренселегендә Элина Динеева 10 – 11 йәшлектәр араһында – I, ә Алһыу Ғәббәсова 13 – 14 йәшлектәр араһында II урын яулаған. Уларҙың район күләмендә лә, күрше Күмертау, Мәләүез ҡалаларында үткән алыштарҙа ла еңеүҙәре байтаҡ. Ә бит ҡыҙҙарҙың бокс менән шөғөлләнә башлауҙарына ике йыл ғына. Улар уҡыуҙа ла һынатмай. Элина V «Б» синыфында гел «бишле»ләргә генә өлгәшә. VIII «Г» синыфында уҡыусы Алһыуҙың көндәлеген дә «дүртле» һәм «бишле»ләр генә биҙәй. Ул беҙҙең «Балалар республикаһы»ның юғары синыф уҡыусылары советында мәҙәниәт бүлеген дә етәкләй, байрам саралары өсөн яуаплы, үҙе – бөтә концерттарҙа алыштырғыһыҙ алып барыусы ла. Элина – синыфтарында староста, балалар ижады үҙәгенең «Лидерҙар клубы»на йөрөй, «Хәүефһеҙ тәгәрмәс» КВН командаһының әүҙем ағзаһы.
Алһыуға боксҡа һөйөү ағаһы Айнурҙан күскән. Ул хәҙер Өфө дәүләт нефть-техник университетында уҡый, яратҡан шөғөлөн ташламай. Ә Элинаны малайҙарға хас холҡо ошо спорт төрөнә алып килгәндер, моғайын. Ул үҙе лә: «Мине ғаиләбеҙҙә лә, синыфта ла малай кеүек күрәләр, гел генә ауыр һәм яуаплы эш йөкмәтәләр», – тип көлә.
– Эйе, хәҙерге заманда егеттәр генә түгел, ҡыҙҙар ҙа үҙен яҡлай һәм һаҡлай белергә тейеш. Бокс беҙгә физик һәм рухи яҡтан көслө булырға, үҙ-үҙебеҙгә ышанырға ярҙам итә, – ти ҡыҙҙар бер тауыштан. Уларҙың спорттағы оҙон юлдары башланып ҡына тора, уңыштар теләйек үҙҙәренә.
Лилиә АБДУЛЛИНА, Әлиә МОТАЛЛАПОВА.
Күгәрсен районы, Мораҡтағы башҡорт гимназияһы.