-1 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Көслөләр, ҡыйыуҙар, етеҙҙәр
23 Март 2018, 16:25
Батыр иҫтәлегенә
Яңыраҡ Байназар ауылының батыры Филүс Нурғәлин иҫтәлегенә күсмә кубок өсөн хоккей турниры уҙҙы. Ярыш икенсе йыл рәттән ойошторолдо. Унда барлығы 6 команда ҡатнашты: «Ҡарсығалар» (Байназар), «Бөрйән айыуҙары» (Иҫке Собханғол ауылының мәктәп уҡыусылары), «Урал» (Иҫке Собханғол ветерандары), «Монасип» (Иҫке Монасип), «Аманат» (Иҫке Собханғол ауылының студенттары) һәм «Ҡыпсаҡ бүреләре» (Әбделмәмбәт).
Сәмле ярышты Байназар мәктәбенең директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев тантаналы асып ебәрҙе. Артабан һүҙ Байназар ауылы хакимиәте башлығы Айрат Зиннур улы Салауатовҡа бирелде. Филүс Нурғәлиндең әсәһе Таңһылыу инәй бик ҙур рәхмәттәрен еткерҙе. Барыһы ла командаларға сәмле, дәртле уйындар, уңыштар һәм ярыштың һәр йыл һайын ойошторолоп тороуын теләне.
Командалар араһында барлығы 15 уйын булып үтте. Буранлап, ҡар яуып тороуына ҡарамаҫтан, бөтәһенең дә кәйефе күтәренке ине. Һәр уйын үҙенсә сәмле барҙы. Хоккейсылар бик тырышып уйнаны.
Шулай итеп, Филүс Нурғәлин исемендәге күсмә кубокты «Монасип» командаһы яуланы. II урын – «Аманат», III урын «Ҡыпсаҡ бүреләре» командаларына эләкте. Иң-иңдәр ҙә билдәләнде: «Иң яҡшы ҡапҡасы» – Сынтимер Мөхәмәтғәлин (Әбделмәмбәт), «Иң яҡшы һаҡсы» – Ильяс Ишморатов (Байназар), «Иң яҡшы һөжүм итеүсе» – Рөстәм Хәлитов (Иҫке Монасип) һәм «Иң яҡшы уйынсы» – Сыңғыҙ Әминев (Иҫке Собханғол).
Был спорт байрамы барыһына ла бик ныҡ оҡшаны. Батыр рухына үткәрелгән ярыш йәш хоккейсыларға сәм, көс һәм үҙ яҡташы менән ғорурланыу хисе өҫтәне.
Бөтә уйынсыларҙы еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ. Киләсәктә спортҡа һөйөүегеҙ һүнмәһен һәм уңыштар ғына юлдаш булһын!
Сәлимә ДӘҮЛӘ ТШИНА,йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы,Бай назар мәктәбе.
Читайте нас в