-28 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Көслөләр, ҡыйыуҙар, етеҙҙәр
23 Март 2018, 16:32
Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!
Сибай интернат-гимназияһының саңғысылары өсөн быйылғы ҡыш уңышлы ғына уҙҙы. Ҡала кимәлендә беренселекте яулағас, уларға Межгорьела үтәсәк ярышта ҡатнашыу мөмкинлеге бирелде. Бында ла һынатманылар – пьедесталдың III баҫҡысына күтәрелделәр.
Сибай интернат-гимназияһының саңғысылары өсөн быйылғы ҡыш уңышлы ғына уҙҙы. Ҡала кимәлендә беренселекте яулағас, уларға Межгорьела үтәсәк ярышта ҡатнашыу мөмкинлеге бирелде. Бында ла һынатманылар – пьедесталдың III баҫҡысына күтәрелделәр.
Ҡыш бауыры оҙон, тиҙәр. Бигерәк тә Урал аръяғы райондарында ноябрь баштарында уҡ ҡар яуа ла март аҙаҡтарына тиклем ята. Ә был иһә саңғысылар өсөн бик ҡулай. Әле лә яҙ һулышы тойолоуға ҡарамаҫтан, уҡыусылар буш ваҡыттарында саңғыла елеүҙе хуп күрә.
– Бының файҙаһы ҙур, – ти физкультура уҡытыусыһы Хөрмәт Таһиров. – Спорттың был төрө менән шөғөлләнеүселәрҙең кәүҙәһе һәр саҡ формала була. Шулай уҡ саңғы шыуыу – тын юлдары өсөн дә файҙалы. Аяҡ һәм ҡулдар ҙа көслө була.
Интернат-гимназияла бөтәһе ике тиҫтәнән ашыу уҡыусы саңғы менән теләп шөғөлләнә. Уның базаһы ла йылдан-йыл яңы кәрәк-яраҡтар менән тулыланып тора.
Елдәй етеҙ елгән спортсылар менән әңгәмәләшеп тә алдыҡ.
Игеҙәктәр Динир менән Данир Ишкилдиндәр:
– I синыфта уҡығанда саңғыға баҫҡайныҡ. Хәҙер оҫтарҙыҡ инде. Ғаиләбеҙ менән спорт яратабыҙ. Атайыбыҙ еңел атлетика, бокс менән шөғөлләнә. Әсәйебеҙ – саңғысы. Яңыраҡ бер ярышта III урын яулағайны. Ҡустыбыҙ Камал да ҡалышмай.
Линара Ҡолмөхәмәтова, VII синыф уҡыусыһы:
– Белем усағыбыҙҙа күп түңәрәктәр эшләй. Мин саңғынан тыш, бейеү, ҡурай, туризм түңәрәктәренә йөрөйөм. Былтыр ғына шөғөлләнә башлаһам да, яңыраҡ призлы урын яулауға өлгәштем.
Саңғысыларҙан төбәк-ара ярыш хаҡында ла һорашам.
– Беҙ, башлыса, тигеҙ ерҙә йөрөп өйрәнгәнгәме, таулы урында ауырыраҡ булды. Әммә юғалып ҡалманыҡ, бар көсөбөҙҙө һалып, алға ынтылдыҡ, – тип яуап бирҙе улар бер тауыштан.
Малай-ҡыҙҙарға: «Афарин!» – тип әйтергә генә ҡала. Шулай булмай, спорт кешелә ихтыяр көсө, ныҡышмалылыҡ һәм ҡыйыулыҡ тәрбиәләй икән, тимәк, үҫеп килеүсе быуында өмөт бар!
Гүзәлиә ВАХИТОВА, «Ҡаурый ҡәләм» түңәрәге ағзаһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән