Саңғыла уҙышыуҙан һәм винтовка менән сәпкә атыуҙан торған был спорт төрөндә уңышҡа өлгәшеү өсөн, тәү сиратта, яҡшы базаға эйә булыу шарт. Биатлон мәктәбендә был йәһәттән дә ғорурлыҡ тойғоһон кисерә торғандарҙыр. Сөнки бында 2016 йылда заманса йыһазландырылған «Биатлон» спорт комплексы файҙаланыуға тапшырылған.
– Нефтселәрҙең хәйриә фонды иҫәбенә тәүҙә саңғы-роллер трассаһы һалынды, – тип һөйләй спорт мәктәбендәге биатлон бүлексәһенең өлкән тренер-методисы Наталья Владимировна Башинская. – Аҙаҡ биатлонсылар өсөн ике ҡатлы матур бинаның ишектәре асылды. Бер үк ваҡытты атыу урыны ла төҙөлдө. Әле унда сәптәр ҡуйылған 12 ҡулайлама бар. Беҙҙең комплекс бөгөн республикала иң яҡшыларҙан һанала. Ҡала хакимиәтендә яҡын киләсәктә бағымсылар ярҙамында атыу майҙанын киңәйтеү, уны 24 урынлыға әйләндереү хаҡында ла уйлайҙар. Ул саҡта беҙ үҙебеҙҙә Бөтә Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙы ла үткәрә аласаҡбыҙ.
Заманса комплекс асылғас, ҡалалағы биатлон мәктәбе яңы һулыш алған да инде. Әлеге көндә бында төрлө йәштәге 140 бала спорттың шул төрө менән шөғөлләнә. Уларҙы Татьяна Иванаевская, Раушан Әхмәҙиев кеүек тәжрибәле тренерҙар күнектерә. Быйылғы миҙгелдә уларҙың сафына биатлон буйынса спорт мастеры, заманында Өфөләге спорт мәктәбендә Антон Бабиков менән бергә тәрбиәләнгән, ҙур ярыштарҙа күп тапҡырҙар пьедесталдың юғары баҫҡысына күтәрелгән Кирилл Комаров та ҡушылған.