-5 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Көслөләр, ҡыйыуҙар, етеҙҙәр
9 Ноябрь 2018, 15:16
Хәрәкәттә – бәрәкәт
Әбделмәмбәт мәктәбендә Туристар көнөн билдәләү матур йолаға әйләнеп китте. Быйыл да уҡыусылар был көнгә бағышланған ярышты түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Тырышып әҙерләнгәндәре күренеп тора. Һәр синыфтан команда төҙөлгән, туризмға бағышланған плакаттар, презентациялар ҙә әҙер. Ярыш барышын төшөрөргә фотографтар ҙа билдәләнгән. Аҙаҡ иң матур, шәп кадр еңеүсеһен асыҡлаясаҡтар.
Әбделмәмбәт мәктәбендә Туристар көнөн билдәләү матур йолаға әйләнеп китте. Быйыл да уҡыусылар был көнгә бағышланған ярышты түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Тырышып әҙерләнгәндәре күренеп тора. Һәр синыфтан команда төҙөлгән, туризмға бағышланған плакаттар, презентациялар ҙә әҙер. Ярыш барышын төшөрөргә фотографтар ҙа билдәләнгән. Аҙаҡ иң матур, шәп кадр еңеүсеһен асыҡлаясаҡтар.
Байрам командалар парадынан башланды. Улар иң етеҙ, сос һәм география, биология фәндәрен шәп белеүселәрҙән тора ине. Уҡытыусылар иһә ҡыҙыҡлы ярыштар, викториналар, төрлө ҡаршылыҡтар әҙерләп ҡуйғайны.
Тәүге ярыш төрө – таштан ташҡа һикереп, батмайынса «һаҙлыҡ»тан сығыу. Һуңынан ағасҡа бәйләнгән бау ярҙамында – ҡаршылыҡты, ҡоламайынса бүрәнә аша үтергә кәрәк. «Яраланған иптәш»кә тәүге ярҙам күрһәтергә, география һәм биология фәндәренән белемдәрен иҫкә төшөрөргә, шартлы топографик тамғалар буйынса бирелгән һорауҙарға дөрөҫ яуап ҡайтарырға ла тейеш ине улар. Йәш туристар булараҡ, бирелгән ваҡыт эсендә биштәргә кәрәкле әйберҙәрҙе һалыу, төйөндәрҙе дөрөҫ билдәләп, бәйләп күрһәтеү бик ҡыҙыҡлы булды. Бауға тотоноп тауға менеп төшөү иң һуңғы ҡаршылыҡ ине. Был ярышта оҫта һәм етеҙ булыу талап ителде. Һәр кем өҫтәмә мәрәй алырға, еңергә тырышты.
Беренсе урынға VI һәм X синыфтар сыҡты. Уларҙан бер аҙ арттараҡ ҡалып, IX, VII синыфтар икенсе урынды яуланы, ә өсөнсө урынды VIII һәм XI синыфтар бүлеште. Туризм байрамында тәүге тапҡыр көс һынашҡан бишенселәр «Иң етеҙҙәр» тип билдәләнде. Шулай уҡ ҡунаҡҡа килгән Килдеғол мәктәбе командаһы ла һынатманы.
Ярыш булғас, әлбиттә, кемдер еңә, икенселәр бер аҙ арттараҡ ҡала. Әммә эш еңеү-еңелеүҙә генә түгел. Көҙгө матур көндә бергәләп саф һауала булыу, ҡыҙыҡлы ярыштарҙа ҡатнашыу һәм дуҫтарың менән күңелле ваҡыт үткәреү икеләтә шәп. Хәрәкәттә – бәрәкәт икәнен бик яҡшы аңлайҙар Әбделмәмбәттә. Шуға ла мәктәптә һәр төрлө спорт секциялары, йәш туристар ойошмаһы гөрләп эшләй. Хеҙмәтенә күрә һөҙөмтәләр ҙә ҡыуаныслы. Артабан да уларға уңыштар, яңы үрҙәр теләйбеҙ.
Нурзилә УСМАНОВА, БДУ студенткаһы.
Бөрйән районы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май 2024, 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...