Әйткәндәй, әлеге шашка ярышында ҡатнашыусыларҙың ундан ашыуы үҙҙәрен Башҡортостан беренселегендә һынап ҡараған да инде. Ә дүртәүһе ауыл мәктәптәре уҡыусылары араһында Рәсәй беренселегендә, республика ярыштарында призлы урындар алған. Финал 2019 йылдың апрелендә буласаҡ һәм унда быйылғы уҡыу йылының иң көслө шашкасылары билдәләнәсәк.