– Бындай ҙур бәйгелә тәүгә ҡатнашабыҙ. Аҙ ғына тулҡынландыра ла. Шулай ҙа беҙ әҙер, күнекмәләргә бушҡа ғына йөрөмәйбеҙ бит. Турнирға «Фишер», «Россигнол» саңғыларын алып килдек. Уларҙы майланыҡ. Иң шәп саңғылар, әлбиттә, «Фишер». Улар ҡар өҫтөнән шыуғанда тауыштары ла сыҡмай, – ти шамониндар.
Яңы Абҙаҡта спринтта, шәхси беренселектә һәм эстафетала көс һынашты йәш биатлонсылар. Мәҫәлән, 12 – 13 йәшлектәр төркөмөндәгеләр беренсе төр ярышта 3,6 саҡрымға саңғыларҙа уҙышып, ятҡан килеш ике тапҡыр мылтыҡтан сәптәргә атырға тейеш ине. Эләктерә алмаһа – 75 метрлыҡ өҫтәмә штраф түңәрәге үтергә кәрәк. Көндәрҙең ҡарлы-буранлы булыуына ҡарамаҫтан, саңғы спорты буйынса тренер Айгөл Әүхәт ҡыҙы Хәкимова һәм йәйге биатлон буйынса донъя чемпионкаһы Евгения Юрьевна Ярушина тәрбиәләнеүселәре йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне.
Арыҫлан Әхмәҙиев, Данияр Хәйретдинов, Руслан Кәримов, Линар Хәзиәхмәтов, Илнар Хәкимовтар һәйбәт кенә уңыштарға иреште. Руслан, мәҫәлән, шәхси беренселектә 70-тән ашыу уҙышсы араһында алтынсы килеп, сәскәләр тапшырыу тантанаһына эләкһә, Линар Хәзиәхмәтов һуңғы ярышта – ҡатнаш эстафетала бронза миҙал алып һөйөндө. Шулай уҡ Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Илназ Рәхмәтов та эстафетала финиш һыҙығында өсөнсө ваҡытты күрһәтте.