Унда Екатеринбург, Мәскәү, Иваново, Пермь, Ырымбур, Һамар, Нижневартовск, Ульяновск, Сыктывкар ҡалалары, Башҡортастан, Татарстан, Ҡабарҙы-Балҡар, Чечен, Дағстан, Сыуаш Республикалары, Ханты-Мансы округынан һәм Ҡазағстандан йәш спортсылар командалары ҡатнашты. Бәйгелә беҙҙең республика намыҫын яҡлаған Өфөләге 14-се спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре ҙур уңышҡа өлгәште. 60 килограмдан юғарыраҡ ауырлыҡ үлсәмендә Салауат Шафиҡов – алтын, Даниил Левин – көмөш, 47 килограмдан юғарыраҡ ауырлыҡ үлсәмендә Ваня Перцов көмөш миҙал яуланы. Йәш батырҙарҙы һәм уларҙың тренеры Артур Ишмаковты еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ.