Сахалин спортсыларҙы 30 градус һыуығы менән ҡаршы алды. Бығаса ҡарҙы бер тапҡыр ҙа күргәндәре булмаған ҡайһы бер үҫмерҙәргә ҡырыҫ һауа торошона өйрәнеүе еңел булмағандыр инде. Әйткәндәй, «Азия балалары» ЮНЕСКО ҡарамағында үтә һәм балалар спортын үҫтереүҙә, олимпия хәрәкәтен йәнләндереүҙә генә түгел, ә халыҡтар араһында дуҫлыҡты нығытыуҙа ла әһәмиәте ҙур.
Йәш спортсылар һигеҙ спорт төрө буйынса ярыша: тау саңғыһы, сноуборд, саңғыла йүгереү, биатлон, трамплиндан һикереү, фигуралы шыуыу, шорт-трек һәм хоккей. Әле өс көн барған ярыштар һөҙөмтәһе буйынса Корея Республикаһы алда бара: уларҙың командаһы иҫәбендә – 17 миҙал. Мәскәүҙәр – 10, Себер федераль округы 9 миҙал яулаған.
Йәш спортсылар өсөн мәҙәни саралар, осрашыуҙар, сәйәхәттәр ҙә ойошторолоп тора. Сараны ябыу тантанаһы 17 февралдә буласаҡ. Әлегә ярыштар, ярыштар… Башҡортостан спортсыларына ла унда һынатмауҙарын теләйек.