-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

«Ҙур уйын»да 62-се лицей еңеүсе булды

Йәйге халыҡ-ара балалар уйындарын үткәреү алдынан «Ҙур уйын» конкурс-проекты иғлан ителгәйне.

Унда ҡатнашыусыларға социаль селтәрҙәрҙә ижади эштәрҙе үтәп барырға кәрәк ине. Был бәйге Өфөнөң матурлығын күрһәтеү, ҡунаҡтарҙы ҡаланың ҡыҙыҡлы һәм ғәҙәти булмаған мөйөштәре менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайны. Баш ҡалалағы 62-се лицейҙың видео сәләмләүе иң яҡшыһы тип табылып, улар проекттың еңеүсеһе булды.
Әйткәндәй, баш ҡалабыҙҙа Йәйге халыҡ-ара балалар уйындары 9 июлдән 14 июлгә тиклем уҙасаҡ. Ярыштарҙа 1 мең 500-ҙән ашыу спортсы ҡатнашыуы көтөлә. Уйынға Австралия, Канада, АҠШ, Мексика, Бөйөк Британия, Швейцария һәм донъяның башҡа илдәренән командалар килеүе көтөлә.
Читайте нас: