+12 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Көслөләр, ҡыйыуҙар, етеҙҙәр
4 Июль 2019, 18:34
Ярыштар ҡайҙа үтә?
Халыҡ-ара йәйге балалар уйындарына һанаулы ғына көндәр ҡалды. Унда 85 ҡаланан һәм 30 илдән 1 мең 200 спортсы ҡатнашыуы көтөлә.
4 көн эсендә спорттың 9 олимпия төрө буйынса ярышасаҡтар. Ҡаяға үрмәләүселәрҙе «Ватан» паркындағы скалодром көтә, ә футбалсыларҙы – «Нефтсе» стадионы.
«Ҡашҡаҙан» паркы ла гөрләп торасаҡ. Унда дзюдо, пляж волейболы һәм баскетбол буйынса турнирҙар уҙасаҡ. Еңел атлетика, фехтование, йөҙөү, көрәш буйынса иһә Ҡамышлы урамындағы спорт әҙерлеге үҙәгендә ярышасаҡтар. Ә һеҙ көйәрмән булырға әҙерме, дуҫтар?
Читайте нас в