+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Спорт көрәше – Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренә» проекты эшләй башлай

Республикабыҙҙа «Спорт көрәше – Башҡортостан Республикаһы мәктәптәренә» тигән ҙур проект тормошҡа ашырыла башлай.

Шул уңайҙан оҙаҡламай Өфөнөң дүрт белем усағында – Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында, 106-сы «Берҙәмлек» лицейында, татар телен тәрәнәйтеп өйрәнеүсе 25-се белем биреү үҙәгендә, 162-се мәктәптә һәм Кушнаренко мәктәбендә спорт көрәше менән шөғөлләнеү өсөн күп функциялы спорт залдары барлыҡҡа киләсәк.

Был проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә, уҡыуҙан тыш, спорт көрәше менән шөғөлләнеүсе 11 - 16 йәштәге балалар төркөмдәр булдырыласаҡ. Уларҙы курс үткән физкультура уҡытыусылары күнектерәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 сентябрҙән был проект республикабыҙҙың 16 мәктәбендә тормошҡа ашырыласаҡ.
Читайте нас: