+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Шаулап үтте Өфөлә Көйәрмән көнө

Өфөлә Көйәрмән көнө йәки «Салауат Юлаев» хоккейсылары атағанса «Ҙур байрам» «Өфө-Арена» майҙанына 42 мең кешене йыйҙы. Башҡортостан командаһы фанаттары өсөн хоккейсылар — 2018/19 Континенталь хоккей лигаһы чемпионатының бронза призерҙары ҡатнашлығында байрам ойошторҙо.

Автограф алыу һәм селфи өсөн иң ҙур сират уҙған миҙгел Континенталь хоккей лигаһының иң шәп ҡапҡасыһы Юха Метсола янында ине.

Төп ваҡиға сәхнәлә барҙы. Хоккейсыларҙы, «юлаевсылар»ҙың тренерҙарын һәм персоналын Континенталь хоккей лигаһының бронза миҙалдары менән бүләкләнеләр, ә һуңынан лиганың 12-се миҙгеленә рәсми форма менән таныштырыу уҙҙы. Үҙ майҙанында уйнау өсөн ғәҙәттәгесә йәшел ҡалды, ә сит боҙға сығыу өсөн аҡ.

Кисәнең хедлайнеры, алдан хәбәр ителгәнсә, Тима Белорусских килгәйне. Артист «Өфө-Арена»ны шаулатты. Һәммәһе лә: балалар ҙа, өлкәндәр ҙә, хоккейсылар ҙа йырлап-бейеп күңел асты.
Читайте нас: