+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Миәкәлә футбол яраталар

Футбол, ысынлап та, халыҡ уйыны ул. Стадиондарға төрлө йәштәге балалар ҙа йыйыла. Миәкә районында ла күп малайҙарҙы ошо спорт төрө берләштерә. Тәүҙә улар ишек алдарында үҙ аллы командалар төҙөп, туп тибә. Нәҡ шундай спорт һөйөүселәрҙән йондоҙҙар үҫә лә инде.


Беҙҙең районда йәш футболсыларҙы бына унынсы йыл Рәшит Бәширов иҫтәлегенә ойошторолған ярыштар бергә туплай. Унда ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл арта. Быйыл Елдәр, Шатмантамаҡ, Әнәс, Яңы Ҡарамалы, Илсеғол, Ҡаран-Ҡуңҡаҫ һәм Сатый мәктәптәренән ете команда килде. Ярышты асыу тантанаһында райондың спорт комитеты рәйесе Таһир Сабир улы Ғүмәров Рәшит Бәшировтың футболды үҫтереү өсөн күп эшләүе, был ярыштың юҡҡа ғына Елдәрҙә үтмәүе, уның ошонда директор булыуы һәм белем усағының базаһын нығытыу өсөн дә бар тырышлығын һалыуы тураһында әйтеп үтте. Рәшит Әнүәр улының район мәғариф бүлеген етәкләгән йылдарын да йылы һүҙҙәр менән иҫкә алдылар.

Быйылғы футбол алышында I урынды – шатмантамаҡтар (тренеры – Әсғәт Ғәтиәтуллин), II урынды – Сатый мәктәбе (тренеры – Камил Йәмилев), ә III урынды Яңы Ҡарамалы командаһы (тренеры – Радик Тарасов) алды.

Турнирҙың иң-иңдәре лә билдәләнде. Иң йәше – Ҡаран-Ҡуңҡаҫтан Рамаҙан Шәйғәр­ҙанов, иң шәп уйынсы уйынсы – Шатмантамаҡтан Эдик Хәбибуллин, иң оҫтаһы – Яңы Ҡарамалынан Ярослав Агиев. Иң яҡшы ҡапҡасы – Илдар Хөснуллин, иң мәргән һөжүм итеүсе – Инсаф Миңлебаев (Шатмантамаҡ).

Миәкәнең йәш футболсылары республика кимәлендә лә призлы урындар яулай. Уларҙың спорт менән ҡыҙыҡһыныуын хуплап, яңы еңеүҙәргә дәртләндереп торабыҙ.

Мөнир БӘШИРОВ, уҡытыусы.
Миәкә районы, Шатмантамаҡ ауылы.

Читайте нас: