-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Ә һин шахмат, шашка яратаһыңмы?

Өфө ҡалаһының «Орбита» үҫмерҙәр клубында шахмат һәм урыҫ шашкаһы буйынса ярыш уҙҙы. Унда төрлө үҫмерҙәр клубында шөғөлләнеүселәр ҡатнашты. Бәйге Республика көнөнә һәм Ҡыйғы районынан сыҡҡан шахмат һәм урыҫ шашкаһы буйынса күренекле тренер Сәмғиә Нотфулла ҡыҙы Ғибәтованың 80 йәшлек оло юбилейына арналғайны.

Балалар араһында уйын йәнле һәм сәмле барҙы. Ә бит ярыш матур үтһен өсөн «Йәшлек» үҫмерҙәр клубының директоры Гөлшат Фаил ҡыҙы Латипова, «Орбита» үҫмерҙәр клубының мөдире Сәмсүрә Таңғатар ҡыҙы Гордеева һәм социаль педагог Наталья Александровна Шухтуева күп көс һалды.

Шулай итеп, шахмат буйынса I урынды – Айназ һәм Таһир Латиповтар, II урынды – Ғәйзәм Латипов менән Алина Бетелина, III урынды Алексей Штыковтар алды. Ә урыҫ шашкаһы буйынса һөҙөмтәләр бына нисек: I урында – Альберт Дауҡаев һәм Айназ Латипова, II урында – Диана Хәсипова менән Алина Бетелина.

Уйында еңеүселәрҙең барыһы ла Маҡтау ҡағыҙы һәм миҙал алып ҡыуанды. Афариндар!

Ярыштың баш судьяһы Илһам Ғәлимйән улы Латипов:

– Форсаттан файҙаланып, бөгөнгө иҫтәлекле ярышты ойоштороуға матди яҡтан ярҙам итеп, балаларҙы ҡыуандырған Сәмғиә Нотфулла ҡыҙына ҙур рәхмәтлемен. Бик матур спорт байрамы үткәрелде.

Төп фекеремде донъя чемпионы Тигран Петросян һүҙҙәре менән әйтер инем. Ул: «Шахмат – уйын формаһының бер төрө, ә йөкмәткеһе яғынан сәнғәт булһа, уйын мәлендә бар кәртәләрҙе үтеп, еңеү яулау – үҙе бер фән донъяһы!» – тигән бит.

Шуға ла ошондай спорт ярыштары йышыраҡ үткәрелһә, балалар араһында шахмат, шашка артабан да популярлашып, уйнарға өйрәнергә теләүселәр ҙә күбәйер ине, – тип белдерҙе.

Эйе хаҡ һүҙҙәр. Хәҙер күп белем усаҡтарында шахмат, шашка түңәрәктәре эшләй башланы. Ҡайһы бер мәктәптәрҙә дәрестәр ҙә үткәрелә. Тимәк, был спорт төрҙәре менән шөғөлләнеүселәр ҙә артыр әле.
Читайте нас: