+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Чемпиондар Хәйбуллала үҫә

Был ике ҡыҙ беҙҙе һоҡландырҙы. Бәләкәй генәләр, ә үҙҙәрен хәҙер күптәр Аҡъярҙа ғына түгел, районда ла яҡшы белә. Һамарҙа ауыл мәктәптәре уҡыусылары араһында уҙған Бөтә Рәсәй шахмат турнирында Сәмиғә Шәйхисламова чемпион булһа, Наҙгөл Иҙрисова өсөнсө урын алған!

– Мин 11 йәшкә тиклемгеләр араһында еңеп сыҡтым, – тип ҡыуана Сәмиғә.

– Ә кем һине шахмат уйнарға өйрәтте һуң? – тип ҡыҙыҡһынабыҙ.

– Әле бишенселә уҡыған Иҙел ағайым.

– Уның менән уйнағанда хәҙер кем күберәк еңә?

– Мин, – тигән була йәш шахматсы.

Сәмиғә IV «Д» синыфында уҡый. Көндәлектәрендә гел «дүртле» һәм «бишле»ләр генә икән. Ә район үҙәгендәге шахмат түңәрәгенә әсәһе алып барған. Беренсе синыфтан алып тренеры Ренал Әхмәтйән улы Мәмбәтов етәкселегендә шахмат серҙәренә өйрәнә.

– Беҙҙә был спорт төрөнә иғтибар ҙур. Бының өсөн район хакимиәтенә, мәғариф бүлеге етәксеһе Юлай Дидар улы Сиражетдиновҡа рәхмәт әйтке килә. Башланғысыбыҙҙы хуплайҙар, ярҙам итеп торалар.

Маҡтанғым килә: беҙҙең Хәйбулла районында ун мәктәптә, өс балалар баҡсаһында түңәрәк эшләй. Ун һигеҙ уҡытыусы шахмат буйынса махсус курс, әҙерлек үтеп ҡайтҡан. Шуға ла уңыштарыбыҙ ҙа етерлек. Йыл һайын йәйгеһен «Һаҡмар» шифаханаһында йүнәлешле лагерь ҙа ойошторабыҙ. Унда районыбыҙҙан ғына түгел, Баймаҡ, Йылайыр, Сибай яҡтарынан, хатта Өфөнән, Ырымбур­ҙан да киләләр. Беҙ ярыштар, семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ. Алла бирһә, икенсе йыл үҙебеҙҙә халыҡ-ара турнир ҙа ойошторорға уйлайбыҙ. Англиянан, Ҡаҙағстандан килергә ризалыҡ бирҙеләр, – ти тренер.

Бик хуп! Ысынлап та, Хәйбуллала йәш шахматсылар күп икән. Мәҫәлән, Аҡъярҙағы 2-се мәктәптә 2018 йылдан дәрестәр ҙә ҡаралған. Уны Юлдаш Рим улы Атанов алып бара. «Үҫеш нөктәһе» федераль проекты сиктәрендә махсус ҙур шахмат таҡтаһы, электрон сәғәттәр, методик ҡул­ланмалар, төрлө кәрәк-яраҡтар алынған. Аҙнаһына ике дәрес үтә, балалар бәләкәйҙән, икенсе синыфтан, шахмат уйнарға өйрәнә.

Шуға ла был мәктәптән Сәмиғә Шәйхисламованың Рәсәй турнирында еңеүе, ә икенселә генә уҡыған Наҙгөл Иҙрисованың өсөнсө урын яулауы осраҡлы түгел. Йәш шахматсылар беҙҙе тағы ла ҙурыраҡ уңыштары менән ҡыуандырыр әле.


Хәйбулла районы, Аҡъярҙағы 2-се мәктәп.

Читайте нас: