+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020»

Иртәгә, 18 ғинуарҙа «Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020» фестиваленең республика финалы үтәсәк.

Өфөләге «Динамо» стадионында 69 ғаилә командаһы осрашасаҡ. Улар – 3 – 6 ғинуарҙа үткән муниципаль этап еңеүселәре. Фестивалдә бөтәһе 300 мең кеше ҡатнашҡан. «Күңелле старттар» республиканың 1 мең 241 мәктәбендә үткәрелгән. Шулай уҡ 27 спорт төрө буйынса ғаилә спорт ярыштары ойошторолған.
Иртәгә «Динамо»ла көндөҙгө 12 сәғәт 10 минутта «Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020» финалын асыу тантанаһы башлана. «Күңелле старттар» һәм йүгереү буйынса ярыштан һуң еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы була. Унда «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе сәркәтибе, республика Башлығы Радий Хәбиров, Республика Хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров, Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашасаҡ.
Фестиваль «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Сәләмәт быуын – көслө төбәк» проекты сиктәрендә ойошторола.
Читайте нас: