+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Спортсы ғаиләләр ҡайҙан?

Ҡышҡы каникул ваҡытында «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Сәләмәт быуын – көслө төбәк» проекты сиктәрендә «Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020» фестивале ойошторолғайны. 3 – 6 ғин­уарҙа муниципаль этапта 1 мең 241 белем усағында уҙған ярыштарҙа барлығы 300 мең кеше ҡатнашты.

Ә финалға сыҡҡан 69 команда 18 ғинуар­ҙа Өфөләге «Динамо» стадионында көс һынашты. Улар ике төркөмдә иң-иң­дәрҙе асыҡланы: райондарҙан – балалары I, II синыфта уҡыған, ҡалаларҙан балалары III йә IV синыфта уҡыған ғаиләләр.

«Күңелле старттар» барышында стадион көйәрмәндәрҙең тауыштарынан гөрләп торҙо. Тәүге һайлап алыу турында Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Мәләүез, Әбйәлил, Ҡырмыҫҡалы командалары еңде. Улар араһында беренселек өсөн «Навигатор» тип аталған эстафета ойошторолдо. Һөҙөмтәлә, Әбйәлилдән Даушевтар һәм Стәрлетамаҡтан Ҡотдосовтар иң етеҙҙәре булып сыҡты. Был ғаиләләргә бүләккә «Красноусол» һәм «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаларына юллама тапшырылды.

Шулай уҡ «Яңы йыл ғаилә уйындары»н яҡшы ойошторғандары, күп халыҡты йәлеп иткәндәре өсөн Әбйәлил, Баймаҡ, Благовещен, Илеш, Ишембай райондары етәкселәре лә билдәләп үтелде. Улар ҙа бүләктәр алып һөйөндө.

Ғаиләләр ҡатнашлығында бындай спорт уйындары киләсәктә лә буласаҡ.

– Республика кимәлендә ошондай ярыштар үткәрелеүе бик ҡыуаныслы. Йышыраҡ уҙғарылһын ине, сөнки был саралар балаларҙы спортҡа ылыҡтырыуҙа этәргес көс булып тора, – ти Бөрйән районынан фестивалдең финалына ҡыҙҙары Айдинә менән килгән Гөлизә һәм Ринат Кәримовтар.

Улар өс бала тәрбиәләп үҫтерә. Район кимәлендә үткән барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнашалар икән. Спорт яраталар. Әле ҡыш көнө бергәләп саңғыла, тимераяҡта йөрөйҙәр.
Читайте нас: