+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Конкурсҡа ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостанда 13 тапҡыр Паралимпия уйындары еңеүсеһе, 18 тапҡыр донъя чемпионы, еңел атлетика буйынса атҡаҙанған спорт мастеры Рима Баталованың VII «Милләт йәшлеге» конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә башланы.

Был йәмәғәт премияһы мөмкинлектәре сикләнгән йәш спортсыларға, тренерҙарға, инвалид бала тәрбиәләгән йәш ғаиләләргә тапшырыла. Еңеүселәр «Йыл асышы», «Сикһеҙ спорт», «Паралимпия спорты өмөтө», «Еңеү сере», «Чемпион тәрбиәләү», «Күңел саҡырыуы буйынса», «Асыҡ ҡараш» номинацияларында бүләкләнәсәк.
Ғаризаларҙы 3 мартҡа тиклем [email protected] электрон адресына ебәрегеҙ. Формаһын «Милләт йәшлеге» фондының www.batalovafond.ru сайтынан ҡарарға мөмкин. Белешмәләр өсөн телефон: 8(347) 276-20-36, 8 917 401 89 28.
Читайте нас: