Белеүебеҙсә, беҙҙә «Спорт – мәктәпкә!» федераль проекты уңышлы ғына эшләй. Әле унда 16 белем усағы ҡушылған. Ә 2024 йылға проекттың республикалағы 200 мәктәптә тормошҡа ашырыласағы күҙаллана. Шулай уҡ Өфөлә Спорт көрәше үҙәге төҙөләсәк. Уның проекты әҙер инде.