-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Спорт фестивалендә бүләктәр ҙә уйнатыла

Республикабыҙҙа сәләмәт йәшәү рәүешенә ҙур иғтибар бүленеүе ҡыуаныслы. Шундай сараларҙың береһе 29 февралдә баш ҡалабыҙҙағы «Башҡортостан» лайфстайл үҙәге алдындағы майҙансыҡта үтәсәк.

«Сәләмәт ғаилә – сәләмәт Рәсәй» спорт фестивален уҙғарыу матур йолаға әйләнде. Уның барышында волейбол, тиҙ йөрөшлө шахмат буйынса турнирҙар, балалар һәм өлкәндәр араһында уйындар уҙасаҡ. Ойоштороусылар приздар уйнатыу ҙа вәғәҙәләй.
Быйыл шулай уҡ яңылыҡтар ҙа индерелгән. «Ғаилә старттары» ярышында дүрт кешенән торған ғаиләләр ярыша аласаҡ. Мәҫәлән, атай, әсәй һәм 7-нән 14 йәшкә тиклемге 2 бала. Һәр командаға арҡан тартыу, эстафета, уҡтан атыу, тиҙ йөрөшлө шахмат, гер күтәреү һәм башҡа һынауҙарҙы үтергә тура киләсәк.
«Ғаилә старттары»нда ҡатнашыу өсөн ғаризалар 8 927 957 16 57 телефоны буйынса ҡабул ителә. Әлеге сара көндөҙгө сәғәт 11-ҙә башлана.
Читайте нас: