Бөтә яңылыҡтар

Еңеү артынан еңеү яулайҙар

Донъяла бик күп төрлө спорт төрҙәре бар. Шуларҙың береһе каратэ-киокушинкай тураһында һүҙ алып бармаҡсымын. Был спорт төрө сығышы менән – йыраҡ Япония иленән. Киокушинкай ауыр һәм ҡаты спорт төрө иҫәпләнә. Шулай ҙа уны Башҡортостанда бик күптәр яратып өлгөрҙө.

Ә инде Ауырғазы районында беренселәрҙән булып, 2006 йылдан Фәим Салауат улы Ғайсин балалар күңеленә киокушинкайға ҡарата һөйөү уята. Секцияға йөрөүселәр һаны йылдан-йыл арта бара. Улар бәләкәстәр, урта һәм үҫмерҙәр төркөмдәренә бүленеп шөғөлләнә.

Фәим Салауат улы – үҙ эшен бик яҡшы белгән тренер. Уның уҡыусылары Туймазы, Ишембай, Салауат, Өфө, Благовещен ҡалаларында һәм районда уҙғарылған турнирҙарҙа көстәрен һынап, уңыштар яулап тора. Республикабыҙҙан тыш, Мәскәү, Яңы Чебоксар, Томск, Мейәс ҡалаларындағы ярыштарҙа ла үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәттеләр. Артемий Степанов Рәсәй чемпионы булды.

Беҙҙең йәш спортсылар Шишмә районында уҙғарылған турнирҙа ла еңеү яулап ҡыуандырҙы. Рафаил Хәсәнов, Айнур Рамаҙанов, Даниил Рафиҡов, Эльвира Рахманбердыева, Фәнис Хөснуллин, Сергей Фёдоров, Елизавета Фомина, Сармат Юлдашевтар беренсе урын алһа, ә икенсе урында – Герман Иванов менән Эмиль Рахманбердыев. Фәим Салауат улын уҡыусылары еңеүҙәре менән һөйөндөрә. Тренер­ға һәм уның йәш батырҙарына киләсәк­тә ҡуйылған маҡсаттарына ирешергә, еңеү артынан еңеүҙәр яуларға яҙһын!

Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Талбазы лицейы.

Читайте нас: