+6 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Көслөләр, ҡыйыуҙар, етеҙҙәр
3 Апрель 2020, 18:20
Фәрүәз ағай – хоккей комментаторы
Беҙ ғаиләбеҙ менән хоккей яратабыҙ. Бигерәк тә «Салауат Юлаев» командаһының матчтарын ихлас ҡарайбыҙ. Хатта «Металлург» менән уйнағандарын Магнитогорск ҡалаһына ла барып ҡарағаныбыҙ бар.
Яңыраҡ мәктәбебеҙҙә «Ҡурай» телевизион каналында хоккей матчтарын башҡортса алып барыусы Фәрүәз Рафиҡов булды. Ул Баймаҡ районының Йәнйегет ауылында тыуған. Бәләкәйҙән хоккей яратҡас, сәнғәткә ылыҡҡас, күп уҡып, үҙенең телмәре өҫтөндә ныҡышмалы эшләгәс, төрлө конкурстар аша башҡортса комментатор булып киткән. Шулай уҡ башҡа тапшырыуҙар ҙа алып бара.
Осрашыу бик ҡыҙыҡлы үтте. Фәрүәз ағай һорауҙарыбыҙға яуап бирҙе, хоккей һәм хоккейсылар тураһында күпте белә икән. Экранда күрһәтелгән матчҡа тәүҙә беҙ комментарий яһаныҡ, һуңынан Фәрүәз ағай һөйләне. Уны тыңлауы ҡыҙыҡ булды, сөнки теле бай, тауышы матур.
Хушлашҡанда Фәрүәз ағай беҙгә:
– Матур итеп башҡорт телендә һөйләшегеҙ. Китап уҡығыҙ. Хәҙер матур телмәр, яҡшы аралашыу модала, – тине.
Данияр САПТАРЪЯПОВ,
V «Б» синыфы уҡыусыһы.
Баймаҡ районы,
Иҫке Сибай мәктәбе.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май , 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...