+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ярыштар балаларҙы сыныҡтыра

Уҡыусыларҙың икенсе төбәк-ара «Ил һаҡсылары, алға!» спорт-белем уйындары Рәсәй, Башҡортостан гимндары менән асылды.

Сергей Галицков ярыш шарттары менән танышты­рып үткәс, ҡалабыҙҙың 14-се гимназияһы уҡыусыһы Софья Кос­тригина дәртле йыр башҡарҙы. Бар бәйгеселәр ҙә көр күңелле ине. Сибай, Учалы, Әбйәлил, Хәйбулла, Ломовка, Баймаҡтан йыйылған уҡыусылар һигеҙ этаптан торған бәйгелә белемдәрен, сослоҡтарын күрһәтте.

Кемдәр еңеү яуланымы? Ломовкалағы 2-се мәктәп (Белорет) беренсе булһа, Сибайҙың 1-се мәктәбе – II, Әбйәлилдең Таһир Күсимов исемендәге башҡорт гимназияһы III урынға сыҡты.

Мансур ЛАСЫНОВ (Баймаҡ):

– Бәйге бик йәнле үтте. Миңә бигерәк тә ҡаршылыҡтар аша үтеү, капитандар ярышы, командалар бәйгеһендә бәйләнгән күҙҙәр менән тупты төшөрмәй йөрөтөү оҡшаны.

Азамат ШӘЙНУРОВ (Баймаҡ):

– Робот техникаһы ярышы ҡыҙыҡ булды. Билдәле ваҡытҡа төҙөлгән конструкторҙарыбыҙ уңышлы килеп сыҡты.

Тамирлан ӘБҮШАХМАНОВ (Әбйәлил):

– Ҡаршылыҡтарҙы үткәндә үҙемде ил тыныслығын һаҡлар һалдат итеп тойҙом. Башҡорт­останыбыҙ киләсәге беҙҙең ҡулда икәнлеген ошо бәйгелә тағы бер тапҡыр аңланым.

Камила МОРАТОВА (Әбйәлил):

– Минең Белорет ҡалаһына икенсе тапҡыр килеүем. Универмаг янындағы башняға ҡарап һоҡланам. Командалар ихлас әҙерләнгән.

Карина ҒӘЙФУЛЛИНА (Әбйәлил):

– Мин металлургтар ҡалаһын тәүгә күрәм. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙемә әхирәттәр ҙә таптым. Бындай бәйгеләрҙән ҡалмаҫҡа тырышам. Үҙемде төрлө яҡлап һынап ҡарайым. Бәләкәйҙән алған сынығыуҙарым киләсәктә кәрәк буласаҡ.

Асман БОХАРБАЕВ(Хәйбулла):

– Экологияға бәйле ярыш күңелемә ятты. Ҡалдыҡтарҙы төрҙәргә айырҙыҡ, Ер-әсәбеҙҙе таҙа тотоу кәрәклегенә тағы бер тапҡыр инандыҡ.

Нәркәс ҒӘЛИНА (Хәйбулла):

– Мин медицина менән ҡыҙыҡһынам. Шуға тәүге ярҙам күрһәтеү этабында үҙемдең туп­лаған белемемдең кәрәклеген тойҙом. Аварияға осрағандарға ярҙам кәрәк булғанда юғалып ҡалмауҙың мөһимлеген аңланым.

Ярыштар балаларыбыҙҙы сыныҡтыра, яңы еңеүҙәргә дәртләндерә, берҙәмлек көсөн той­ҙорта. Ҡалабыҙҙың турис­тик үҙәге был йәһәттән өлгө күрһәтә. Рәхмәт әйтәм уларға.


Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА.
Белорет ҡалаһы.

Читайте нас: