+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Йәш спортсмен өйөнән сыҡмайынса Эверест тауын яулаған!

Был үҙизоляция нимә генә эшләтмәй: интернет аша музей, парктарҙа ла йөрөп була. Хатта бер Англияның Шеффилд ҡалаһынан бер шәп малай Эверестҡа менгән! Нисек инде, тиһегеҙҙер.

12 йәшлек Сет Чарльз - спортсы, бокс менән шөғөлләнә. Малай үҙ илендәге бер тауға менергә планлаштыра ла бит, әммә килеп сыҡмай. Шуға ла ул өйҙәрендәге баҫҡыс ярҙамында булһа ла бейеклекте яуларға ҡарар итә. Баҫҡыс оҙонлоғо - 3,5 метр. Йәш боксерға бер тәүлек буйы тиерлек унда бер күтәрелергә, бер төшөргә тура килгән. Тамаҡ ялғап, ашап алырға ғына туҡталған ул. Сет Чарльз баҫҡысты 2 мең ярым тапҡыр менеп төшкән. Быларҙың бөтәһен ҡушһаң, 9 мең метр килеп сыға. Эверест тауының бейеклеге, тиһәң дә була. Ә унда ҡыйыу һәм тәжрибәле альпинистар ғына менә ала. Үҙе өсөн шундай мажара уйлап сығарған Сет Чарльз маладис, шулай бит?!
Читайте нас: